Өфөлә I «Беҙ бергә.Спорт» йәйге Сурдлимпия уйындары башланды

Рәсәй президенты Владимир Путин «Сурдлимпиясыларҙың йәйге уйындары: Беҙ бергә. Спорт» халыҡ-ара спорт ярыштарында ҡатнашыусыларҙы сәләмләне. Тыйыуҙарға ҡарамаҫтан Башҡортостандың баш ҡалаһында аҙна дауамында барасаҡ ярыштарҙа донъяның 30 иленән мең ярымдан ашыу спортсы ҡатнаша. Иң ҙур делегация Беларусь республикаһынан. Ишетеү һәләте насар спортсыларҙың йәйге уйындарын рәсми асыу тантанаһы бөгөн «Өфө-Арена» боҙ һарайында үтте. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Йәйге сурдлимпия уйындары рәсми рәүештә асыҡ тип иғлан ителде. Сара тантаналы шарттарҙа үтте. Ул биш блогтан торған музыкаль-хореография прологынан башланды. Бар сығыштар ҙа тамашасылар хөрмәтенә ым-ишара теленә тәржемә ителде.

Артабан «Өфө-арена» боҙ һарайы сурдлимпия уйындары ҡатнашыусылары сәләмләнде. Улар донъяның 30 иленән килгән йөҙҙәрсә спортсы. Тантаналы сараға спорт ветерандары ла махсус саҡырылды.

Хөрмәт итеп саҡырыуҙарына рәхмәт. Күптән бындай кимәлдәге уйындарҙың булғаны юҡ. Өфөлә үтеүе икеләтә ҡыуаныслы.

Вадим Кокарёв, волейбол буйынса спорт мастеры

Йәйге сурдлимпия уйындары донъя кимәлендәге ҙур спорт сараһы. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров сығышында уны дуҫлыҡ байрамына тиңләне. Етди форумды ойоштороуға ышаныс һәм хуплау өсөн республика башлығы Рәсәй министрын «Дуҫлыҡ» ордены менән бүләкләне. Ә Башҡортостан башлығының Рәхмәт хаттарына еңел атлетика, самбо һәм дзюдо буйынса легендар тренерҙар Валентина Иванова һәм Валентин Пегов лайыҡ булды. Уларҙың уҡыусылары ла Өфө уйындарында ҡатнашасаҡ.

Еңел атлетикала Иран исеменән 6 спортсы ҡатнаша. Беҙ илдең төрлө ярыштарын еңеү яулағанбыҙ. Арабыҙҙа ил эсендә рекорд ҡуйғандар ҙа бар. Өфөлә лә һынатмаҫбыҙ тип уйлайым.

Мохаммадали Аббаси, еңел атлетика буйынса тренер, Иран

Өфө сараға ентекле әҙерләнгән. Ярыштар барған майҙандарҙа махсус курстар үткән ирекмәндәр эшләй.

Бындай сарала тәүгә ҡатнашам, шуға ла минең өсөн яуаплы тип әйтер инем. Ым-ишара телен мин баласаҡтан беләм. Ата-әсәйемдән өйрәндем. Бөгөн минең бурыс уйын ҡатнашыусыларын ярҙамһыҙ ҡалдырмау.

Фидалиә Мәһәҙиева, ирекмән
Башбат

«Беҙ бергә. Спорт» исеме аҫтында үткән сурдлимпия уйындары ул ябай спорт хәрәкәте түгел, ә тәү сиратта тотош донъя спортсыларын берләштергән күләмле форум. Бөгөнгөһө Рәсәйҙең, шулай уҡ Башҡортостандың да спорт министрлығына 100 йылға арналыуы икеләтә мәртәбәле.

Азат Ғәлиуллин

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ