“Башнефть” ойошмаһының скважиналар быраулауға булышлыҡ итеү үҙәгенә 10 йыл

“Башнефть” ойошмаһының  скважиналар быраулауға булышлыҡ итеү үҙәгенә 10 йыл

“Башнефть” (“Роснефть” нефть компанияһына ҡарай) ойошмаһының  скважиналар быраулауға булышлыҡ итеү үҙәгенә 10 йыл. Ул Башҡортостан биләмәһендә яңы горизонталь скважиналар ҡуйыуҙы 30 проценттан 90 процентҡа тиклем арттырырға мөмкинлек бирҙе. Быға  тиклем “Башнефть” башлыса ябай скважиналар быраулай ине. Яңы үҙәк программа комплекстарын ҡуллана. Улар 3Д геология моделдәрен булдырырға, инженер иҫәптәре төҙөргә ярҙам итә.

Инженер иҫәптәрҙең теүәллеге сарыф ителгән ваҡытҡа ғына түгел,  сәнәғәт хәүефһеҙлеге күрһәткестәренә лә йоғонто яһай. 10 йыл эсендә үҙәк белгестәре 1 мең ярым горизонталь скважина ҡуйыуға өлгәште. Әле белгестәр бер юлы эшләп торған 5-7 скажинаны иғтибар үҙәгендә тота. Был 49 быраулау бригадаһы тигән һүҙ.  Белгестәр Рәсәй төбәктәрендә, шул иҫәптән Ненец һәм Ханты-Мансы автономиялы округында уңышлы эшләй. Башҡортостандағы бөтә нефть ятҡылыҡтарындағы быраулау эштәрендә  ҡатнаша.

Фото №1 - “Башнефть” ойошмаһының  скважиналар быраулауға булышлыҡ итеү үҙәгенә 10 йыл
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ