Тәүлегенә 3-4 сирле. Стәрлетамаҡтағы Республика клиник инфекция үҙәге ковид йоҡтороусыларҙы ҡабул итеүен дауам итә. Ҡасандыр тик ковид үҙәге булараҡ төҙөлгән объектта бөгөн төрлө инфекция йоҡтороусылар дауалана. Медицина учреждениеһы эшмәкәрлеге менән БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина танышты.
Температураһы 40 градустан юғары күтәрелгәс кенә, белгестәргә мөрәжәғәт иткән. Илдар Әхмәров инфекция үҙәгенә ошо көндәрҙә ҡабул ителгән. Диагноз: бактериаль пневмония. Пульмонолог үпкәләрҙе тикшергәс, борсоулы фараз белдерә: йылдар дауамында тәмәке тартыу тын юлдарына йоғонто яһамай ҡалмаған.
Был ҡағиҙәне Илдар Әхмәров оҙаҡҡа хәтерендә ҡалдырасаҡ: ауырыуҙың киҫкенләшеүен көтөргә ярамай, тәүге билдәләр беленеү менән үк, белгестәргә мөрәжәғәт итеү зарур. Был йәһәттән Эльмира Фәтҡуллина өлгөлө пациент. Дауалау учреждениеһына барыуҙы ул оҙаҡҡа һуҙмай, сәбәбе лә етди. Беренсегә әсәй булырға йыйынған ҡатында эсәк инфекцияһы булыуы асыҡлана. Дауалау үткән, ошо көндәрҙә уны дауалау учреждениеһынан сығарырға тейештәр.
Инфекция үҙәге 360 урынға иҫәпләнгән. Бер нисә йыл элек бында бөтә койкалар ҙа коронавирус йоҡтороусылар өсөн тәғәйенләнгән булған. Бөгөн бында төрлө инфекция менән яфаланыусылар ҡабул ителә. Заманса ҡоролмалар, шәфҡәтле мөнәсәбәт, файҙалы туҡланыу - пациенттарға сифатлы медицина ярҙамы күрһәтелә.
Шулай ҙа коронавирус юҡҡа сыҡмаған. Инфекция үҙәгендә элеккесә "ҡыҙыл зона" эшләй. Пациенттар әлбиттә, кәмегән. Уларҙың күп өлөшө - өлкән йәштәгеләр. Әммә хәлдең бер аҙ яҡшырыуы хәүефһеҙлек сараларын оноторға кәрәк тигәнде аңлатмай.
Рәзилә Ғиниәтуллина






