Өфөлә ойошторолған конференцияла союз ағзалары проекттың һөҙөмтәләре менән таныштырҙы. Әле республиканың 10 районында ҡатын-ҡыҙҙар һаулығына бағышланған клуб эшләй башлаған. Уларҙа мең ярымға яҡын үҫмер ҡыҙҙар ҡатнашлығында әсәлек һорауҙарына арналған осрашыуҙар үткәрелгән, оҫталыҡ дәрестәре ойошторолған. «Буласаҡ әсә сәләмәтлеге» проекты Рәсәй Президенты гранттары конкурсында еңеүсе тип табылған. Был тәңгәлдәге эшмәкәрлек артабан да дауам итәсәк.






