Кәңәшмәлә оборона-сәнәғәт комплексы предприятиеларының тотороҡло эшләү мәсьәләләре тикшерелде. Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары - илдең сәнәғәт һәм сауҙа министры Денис Мантуров үҙ сығышында тармаҡтың илдең Ҡораллы көстәрен етештереү һәм тәьмин итеү графигына сыҙауын билдәләне.
Быйыл күп төр ҡоралдар, махсус хәрби техника былтырғыға ҡарағанда күпкә күберәк етештерелгән. Бындай ритмик эшкә Волга буйы федераль округының оборона предприятиелары ҙур өлөш индерә. Был 1 200-ҙән ашыу ойошма, уларҙың 100-гә яҡыны ғәскәрҙәребеҙҙең юғары хәрби һәләтен билдәләүсе айырыуса кәрәкле изделиелар сығарыуҙа ҡатнаша. Еңеү хаҡына тәүлек әйләнәһенә эшләгән предприятиелар етәкселегенә һәм хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт белдерәм, тине Денис Мантуров.



