Башҡортостанда үлемесле аварияла ғәйепләнеүсе үҫмер 12 йылға колонияға эләгеүе ихтимал

Юл-транспорт фажиғәһе уҙған төндә Ауырғазы районында теркәлде. Билдәһеҙ сәбәп менән 14-се модель «ВАЗ» автомобиленең 17 йәшлек водителе юлдан сығып түңкәрелә. Салонда 18 йәшлек егет һәм 17 йәшлек ҡыҙ ҙа була.

Егеттең фажиғә урынында ғүмере өҙөлә, водитель дауаханаға оҙатыла, ә ҡыҙ табиптар тикшереүенән һуң өйөнә ҡайтарыла. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, авария мәлендә үҫмер водитель иҫерек булған. Тикшереү барышында ул атаһының автомобилен алып сығыуы асыҡланған. Ваҡиға буйынса енәйәт эшен ҡуҙғатыу мәсьәләһе ҡарала.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ