Фиҙаҡәр хеҙмәте менән республика үҫешенә тос өлөш индергән 70-кә яҡын кеше бөгөн Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең дәүләт наградаларын алды. Тантананан БЮТ ижади төркөмө әҙерләгән репортаж.
Төҙөүсе, уҡытыусы, ҡотҡарыусы - бүләкләнеүселәр төрлө һөнәр эйәләре. Улар барыһы ла үҙ эшенең белгестәре, тырышлыҡ һәм тоғро хеҙмәт аша республика үҫешенә үҙ өлөшөн индергән шәхестәр. Республика башлығы Радий Хәбиров бүләкләнеүселәрҙе ҡотлау тантанаһында лайыҡлы хеҙмәт, илһөйәрлек һәм берҙәмлек өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Бүләкләнеүселәр араһында ҡотҡарыусы Данил Кучумов та бар. Тантанаға ул ғаиләһе менән килгән. Янғын һүндереүсе июндә Өфөлә яғыулыҡ-майлау материалдары келәтендә сыҡҡан утты һүндереүҙә ҡатнаша. Ҡотҡарыусылар янғынды тимер юл вокзалына таралыуына юл ҡуймай. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәренә республика башлығы генерал Шайморатов миҙалын тапшырҙы
Тантанала кеше ғүмерҙәре һағында тороусы аҡ халатлылар эше лә билдәләнде. Республика ҡан тапшырыу станцияһы Рәсәйҙә алдынғылар рәтендә. Ҡандың төрлө компоненттарын әҙерләүсе үҙәк Ковид пандемияһы ваҡытында меңдәрсә кешенең ғүмерен ҡотҡарған.
Баш ҡалала ҡалҡып сыҡҡан яңы заманса йорттар, дәүләт учреждениелары, ҡунаҡханалар. Быларҙың барыһы ла проект институтының хеҙмәт емеше, төҙөлөш бара икән, тимәк, төбәк тә үҫешә. Төҙөүселәр көнө алдынан бер төркөм тармаҡ алдынғыларына Рәсәй һәм Башҡортостан наградары тапшырылды.
Төбәктә иҡтисадтың тотороҡло үҫеше, яңы производстволар барлыҡҡа килеүе, барлыҡ социаль йөкләмәләр үтәлеше шул иҫәптән илһөйәр кешеләр ҡаҙанышы тип билдәләне республика етәксеһе. Йәмғиәтте лә тап ошондай хеҙмәт алдынғылары берләштерә, бер көс итә.
Лилиә Мәҡсүтова



