Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында Йәштәр эксперт үҙәге эшләй башланы

Республика Башлығы грантына тормошҡа ашырылған проект социаль-сәйәси өлкә белгестәрен әҙерләү маҡсатында ойошторолған. Уҡыуҙарға республика муниципалитеттарынан 300 кандидат араһынан 50 ҡатнашыусы һайлап алынған. Буласаҡ сәйәсәтселәрҙе лекциялар, төрлө йүнәлештәр буйынса практик дәрестәр, сифатлы контент булдырыу һәм уны социаль селтәрҙәрҙә үҫтереү буйынса тренингтар көтә. Буласаҡ эксперттар шулай уҡ фейктарҙы танырға һәм уларға яуап бирергә өйрәнә.

Уҡыу сиктәрендә йәштәр власть органдары структураһы менән танышасаҡ. Спикерҙар булып депутаттар, билдәле йәмәғәт эшмәкәрҙәре, сәйәсмәндәр, журналистар һәм спортсылар сығыш яһай. Курсты тамамлаусы эксперттар дәүләт органдарында эшкә төшөү мөмкинлегенә эйә.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ