Халыҡ-ара ойошма ағзалары Рәсәйҙәге кеше хоҡуғы буйынса вәкилдәр менән бергә мәжбүри күсенеүселәрҙе ваҡытлыса урынлаштырыу урындары менән танышты. Уларҙы Донбасс, Украина, Херсон һәм Запорожье өлкәһенән килгән граждандарҙың йәшәү шарттары ҡыҙыҡһындырҙы.
Былтыр апрель айынан бирле Башҡортостан 1700-гә яҡын күсеп килеүсене ҡабул иткән. Әле республикала 1300 эвакуацияланған кеше йәшәй, уларҙың 560-ы ваҡытлыса урынлашыу пунктарына урынлаштырылған. Уларға йәшәү шарттары булдырыуҙан алып документтар юллауға тиклем төрлө яҡлы ярҙам күрһәтелә.






