2025 йылға тиклем Башҡортостанда 286 фельшер-акушерлыҡ пункты яңыртыла

Быйыл 75 объект төҙөкләндерелер, тип көтөлә. Тәртипкә килтерелгән ФАПтарҙың икәүһе Әлшәй районында. Казанка ауылындағы яңы медицина учреждениеһы элекке авария хәлендәгеһен алмаштырған.

Объект өр-яңы медицина ҡоролмалары менән йыһазландырылған, интернет үткәрелгән. Әйткәндәй, төбәктә телемедицина технологияларын индереү тәжрибәһе Рәсәйҙә иң яҡшыһы тип танылған.

Был турала илдең һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко белдерҙе. Белгестәр белдереүенсә, заманса уңайлыҡтар эште күпкә ябайлаштыра. Ошондай уҡ шарттар оҙаҡламай Ҡармыш ауылында ла барлыҡҡа килер тип көтөлә. Бында яңы ФАП төҙөлгән, ул көҙгә асылыр, тип күҙаллана.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ