Өфөлә «Аҡыллы ҡала - аҡыллы ил» халыҡ-ара форумы старт алды

Ҡалаларҙың үҫеше һәм һанлы трансформацияһы өлкәһендәге йыллыҡ ваҡиға ҡунаҡтарын Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров сәләмләп сараның эшлекле өлөшөндә ҡатнашты. Рәсәй ҡалаларының уңышлы тәжрибәһен туплап, тармаҡ белгестәрен берләштергән форумда алдынғы технологиялар презентацияланды. «Аҡыллы ҡала» форумы Башҡортостанда 28-се июлгә тиклем дауам итә. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

Тыпырҙап бейегән кеүек хәрәкәт иткән робот һис тә уйынсыҡ түгел. Мобиль ҡоролма янғын һүнедереүселәргә, шахта хеҙмәткәрҙәренә һәм башҡа ҡотҡарыу-эҙләү эштәрендә ҡулланылған етди ярҙамсы. Ошо һәм башҡа яһалма интеллект ҡоролмалары Өфөлә үткән «Аҡыллы ҡала» Халыҡ-ара форумында презентацияланды. Сарала төҙөлөш һәм торлаҡ -коммуналь хужалығы тармағын камиллаштырыу, хеҙмәттәрҙе һанлаштырыу буйынса Рәсәйҙәге алдынғы тәҡдимдәр күрһәтелде.

Юлдарҙа, йәмәғәт туҡталҡаларында видеокүҙәтеү ҡоролмаларын ҡуйыу, күп фатирлы йорттарҙа уңайлыҡтар булдырыу, иҡтисадты һанлаштырыу һорауҙары иғтибар үҙәгендә булды.

«Аҡыллы ҡала» форумы күргәҙмәһендә пилотһыҙ осоу ҡоролмалары, төҙөлөш өлкәһен һанлаштырыу өсөн мобиль ҡушымталар өлгөләре иғтибарға алынды. Рәсәйҙә етештерелгән һанлы технологиялар сифаты һәм ҡулланыуҙа уңайлығы менән иғбиарға лайыҡ булды.

Күләмле форум - һөнәри диалог ойоштороу майҙансығына әйләнде. Яңы идеялар һәм бурыстарҙы хәл итеү өсөн бизнес менән власть органдары берләште.

Ҡалалар аҡыллы ғына түгел, ә хәүефһеҙ булырға тейеш. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Рәсәй төбәктәренән йыйылған белгестәрҙе сәләмләп был йүнәлештәрҙе өҙлөкһөҙ һәм комплекслы үҫтереү әһәмиәтен билдәләне.

Форум сиктәрендә төбәк етәксеһе алдынғы ҡарашлы,әүҙем йәштәр менән осрашты. Радий Хәбиров илһөйәр, үҙ һөнәрен яратҡан һәм туған иленә һәр саҡ тоғро ете-ҡыҙҙарҙы тәрбиәләү һорауҙарын күтәрҙе.

Форумдың эшлекле программаһы биләмәләрҙе тотороҡло үҫтереү өлкәһендәге мөһим йүнәлештәргә һәм инновацияларға бағышланды. Ҡатнашыусылар үҙ проекттарын күрһәтеп, төрлө тармаҡ белгестәре менән тәжрибә уртаҡлашты. «Аҡыллы ҡала» форумы - Башҡортостанда 28 июлгә тиклем дауам итә.

Флорида Ким

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ