Һуңғы алты айҙа республикала 2337 енәйәт эше ҡуҙғатылған. Башлыса махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балаларының мәнфәғәтен яҡлауға өҫтөнлөк бирелгән. Был турала бөгөн Тәфтиш органдары хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан үткән тантаналы сара барышында әйтелде.
Хоҡуҡ һағындағыларҙы һөнәри байрамдары уңайынан республика башлығы ла тәбрикләне. Радий Хәбиров тәфтиш органдарының фиҙаҡәр хеҙмәтенә рәхмәт һүҙен еткереп, Волга буйы федераль округы күрһәткестәре буйынса Башҡортостандың Тәфтиш комитеты иң яҡшылар иҫәбендә булыуын телгә алды.



