Төбәктең ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, әлегә 36 район хужалыҡтарында ужым һәм ярауай культуралар урып йыйыла. Ауырғазы һәм Стәрлетамаҡ аграрийҙары алдынғы урында килә, был муниципалитеттарҙа 20-шәр тонна яңы уңыш игене алынған.
«Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт механизаторҙары дүртенсе көн баҫыуҙа эшләй, ураҡҡа тиҫтәнән ашыу ҡеүәтле техника йәлеп ителгән, әлегә ярты мең гектар участкала эштәр теүәлләнгән. Хужалыҡ етәксеһе Василий Федоров билдәләүенсә, ужым культураларының гектар ҡеүәте яҡшы






