Оҙон ғүмерлелек сере - мәрхәмәтлектә. Архангел районы Абҙан ауылынан Шәрифә Ҡужахмәтова 99 йәшен ҡаршыланы. Үҫмер сағынан хаҡлы ялғаса колхозда эшләп, фиҙаҡәрлек күрһәткән сал сәсле замандашыбыҙҙы урындағы хакимиәт етәкселеге Рәхмәт хаты менән бүләкләне. Байрам сараһынан БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.
Шәрифә Ҡужахмәтова биҙәнеп-төҙәнеүҙән генә түгел, ысынлап та, үҙ йәшенә ҡарағанда күпкә йәшерәк күренә. 99-сы йәйен ҡаршылай тип әйтмәҫһең дә. Бүлә-бүләсәләрен ҡосаҡлап йәшлек йылдары хәтирәләре менән уртаҡлашыу, уларға фотоһүрәттәр күрһәтеү инде изге йолаға әйләнгән.
Шәрифә Ҡужахмәтованың йөҙөндә йылмайыу булһа ла, күңеле тулы һағыш. Иртә атайһыҙ ҡалған, дүрт класслыҡ белем алып ҡына өлгөргән. Аслыҡ, һуғыш йылдарының барлыҡ михнәттәрен күреп үҫә. Иртә эшкә йәлеп ителә, көлтәһен дә бәйләй, баҫыуҙа ла бил бөгә. Тыл һәм хеҙмәт ветераны хаҡлы ялдан һуң да фиҙаҡәрлек күрһәтә.
Тап шул өлкәндәргә ҡарата ярҙамсыл, мәрхәмәтле, ихтирамлы булыу, - оҙон ғүмерлелектең сере тигән ҡарашта Шәрифә Иҫәнғәли ҡыҙы. Изге күңел һис тә ҡартая белмәй. Бөгөн 99 йәшен ҡаршылаусы ветеран үҙе балалары ҡарауында йәшәй. Тыуған көн байрамына ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәләре ла ҡайтҡан
Шәрифә Ҡужахмәтованы тыуған көнө менән урындағы мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, ағинәйҙәр ойошмаһы ла тәбрикләне, ихата алдында концерт ҡуйылды. Шулай уҡ сара сиктәрендә Архангел районы хакимиәте етәкселеге тыл ветеранына ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе.
Шәрифә Ҡужахмәтова килгән ҡунаҡтарға рәхмәт һүҙҙәрен еткереп, киләһе йыл бер быуатлыҡ юбилейына саҡырҙы. Оло байрам иһә балаларының бүләге. Ҙур датаға репетиция.
Гөлназ Хәйбуллина






