«Шүлгәнташ» тарихи-мәҙәни комплексына газ үткәрәләр

Бөрйән районында «Шүлгәнташ» тарихи-мәҙәни комплексын зәңгәр яғыулыҡҡа тоташтырырға мөмкинлек биргән газ үткәргес төҙөлөшө дауам итә. Эш барышы менән социаль селтәрҙәрҙә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров таныштырҙы.

Газ менән тәьмин итеүҙе һәм газификацияны үҫтереүгә йүнәлтелгән республика программаһы 2025 йылға тиклем иҫәпләнгән. Уның ярҙамында ҡасаба-ара газ үткәргес Иҫке Собханғол, Мәндәғол, Әтек, Кейекбай, Ғәҙелгәрәй, Ҡотан һәм Ырғыҙлы ауылдарын тоташтыра. Объект ҡатмарлы - проект буйынса газ үткәргес бер нисә тапҡыр Ағиҙел һәм башҡа тәбиғи һәм яһалма кәртәләрҙе киҫеп үтә. Әммә бик кәрәкле.

Торлаҡ йорттарҙан тыш бында мөһим туристик объекттар урынлашҡан. Киләһе йылда беҙ ауылдарҙы, «Шүлгәнташ», «Алтын-солоҡ» музейҙарын, ҡунаҡханаларҙы һәм ҡунаҡ йорттарын йылы һәм эҫе һыу менән тәьмин итә аласаҡбыҙ, тип яҙған Башҡортостан башлығы.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ