Ведомство хеҙмәткәрҙәре өсөн күнекмә Шишмә районында ойошторолдо. Шартлы рәүештә ғәҙәттән тыш хәл ҡабул ителгән урында идара пункты ойошторолдо. Элемтә, туҡланыу, ял итеү урындары, пилотһыҙ авиация менән идара пункты урынлаштырылды. Күнекмәләрҙә 120-нән ашыу хеҙмәткәр һәм 17 техника ҡатнашты. “Ҡотҡарыусылар ҡуйылған бөтә бурыстарҙы үтәне”, - тип хәбәр итәләр ведомствонан.








