Сурдлимпиясыларҙың йәйге уйындарында бөгөн Башҡортостан спортсылары старт ала

Был хаҡта социаль селтәрҙә республика башлығы хәбәр итте. Радий Хәбиров еңел атлеттар Илгиз Фаметдинов һәм Денис Хәкимов, атыу спорты буйынса Айҙар Иҙрисов, дзюдосылар Олеся Ястребова, Аржан Таханов, Ҡорбан Мортазалиев һәм көрәшсе Азамат Тоҡмаҡов өсөн янып-көйөргә саҡырҙы. Халыҡ - ара ярыштарҙа Башҡортостандан Рәсәй йыйылма командаһы составында 36 спортсы ҡатнаша, уларҙың 13-ө-төп составта. Республика башлығы яҡташтарыбыҙға ҙур уңыш һәм көс теләне.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ