Өфөнөң Мостай Кәрим урамында янғын теркәлде

Бөгөн иртәнге сәғәт 7-ләр тирәһендә Башҡортостан буйынса ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығына Өфөнөң Мостай Кәрим урамындағы 3/1 йорт адресы буйынса янғын тураһында хәбәр килә. Кеше йәшәмәгән бер ҡатлы бинала сыҡҡан утты һүндереүгә 30 кеше, 10 берәмек техника йәлеп ителә. Урындағы халыҡ әйтеүенсә, был ваҡытта улар көслө төтөн еҫен тойған. Яҡынса бер сәғәттән 200 квадрат метр майҙанда янғын туҡтатыла. Әле ваҡиға сәбәптәре асыҡлана.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ