Ирек Фәйзуллин Волга буйы федераль округындағы иң ҙур мәктәпте барып күрҙе

Рәсәйҙең төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирек Фәйзуллин Волга буйы федераль округындағы иң ҙур мәктәпте барып күрҙе. 1 мең 650 уҡыусыға иҫәпләнгән белем усағы Өфөнөң Инорс биҫтәһендә урынлашҡан. 51-се белем биреү үҙәге быйыл март айында үҙ ишектәрен асты. Әле унда 1 мең 445 бала уҡый. Федераль министр мәктәптең заманса уҡытыу мөмкинлектәре, спорт, яңы технологиялар менән шөғөлләнеү бүлмәләрен ҡараны. Белем биреү үҙәге бер нисә йүнәлеш буйынса эшләй.

Быйыл беҙең яңы мәктәптә тәүге сығарылыш булды. Балалар ике йүнәлеш- гуманитар һәм технологиялар профиле буйынса уҡытылды. Киәләсәктә был йүнәлештәр артасаҡ ҡына. Инженер, социаль-иҡтисади кластар асыла. Быйыл шулай уҡ кадет кластары ойошторола.

Елена Исакова, В.М Паращенко исемендәге 51-се белем биреү үҙәге директоры урынбаҫары
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ