Учалыла юл-патруль хеҙмәте автомобиле ҡатнашлығында авария теркәлгән

Уҙған төндә инспекторҙар шлемһыҙ мопедта хәрәкәт иткән водитель менән пассажирҙы күрә. Водитель Полиция хеҙмәткәрҙәренең туҡтау тураһындағы талабын үтәүҙән баш тартып ҡасырға итә. Һөҙөмтәлә унын артынан төшәләр.

Яҡтыртыу ҡоролмалары һәм тауыш сигналы менән улар мопед менән бергә юл сатына сыға һәм экипаж ике тәгәрмәсле транспорт сараһының «ВАЗ» автомобиле менән туранан-тура бәрелешеүен кисектереүгә ирешә. Авариянан һуң йәштәр ваҡиға урынын ташлап ҡасырға маташа. Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре мопед водителен ҡулға ала. 18 йәшлек егеткә ҡарата административ протоколдар төҙөлгән.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ