Хоҡуҡ белгесе, тарихсы, яҙыусы, скульптор. Дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре Рафаил Зинуров 70 йәшлек юбилейын билдәләй. Замандашыбыҙ төрлө вазифаларҙа, шул иҫәптән Федерация советында сенатор вазифаһында эшләй. Бөгөн иһә ул күп ваҡытын фәнгә һәм яратҡан шөғөлөнә бүлә. Тыуған көнө уңайынан Рафаил Зинуров башҡорт халҡының тарихына арналған сираттағы әҫәрен тәҡдим итте. Юбиляр менән БЮТ хәбәрселәре осрашты.
Оҫтахана кәштәләрендә төрлө заман һәм халыҡ геройҙары. Рафаил Зинуровтың тарих менән мауығыуы йөҙләгән китаптар менән генә түгел, ә шәхсән ижад иткән тиҫтәләгән скульптуралар аша ла сағыла. Барлыҡ персонаждарҙы үҙ халҡының хоҡуҡтары һәм азатлығы өсөн көрәшсе образдары берләштерә.
Скульптура әҫәрҙәренең ҡайһы берҙәре республика райондарында ҡуйылған. Сит ил урамдарын биҙәүселәр ҙә бар. Мәҫәлән, оҫта Сеулға Корея адмиралы статуяһын тапшыра, бының өсөн ҡаланың почетлы гражданы исеменә лайыҡ була. Әммә үҙ халҡына тоғро ҡала, уның һуңғы хеҙмәте башҡорт халҡының борондан алып беҙҙең көндәргә тиклемге тарихына арналған.
Һәр әҫәр артында оҙайлы ғилми-тикшеренеү хеҙмәте ята, Тарих буйынса ғына түгел, хоҡуҡи яҡтан да. Сөнки Рафаил Зинуров үҙен тәү сиратта юрист тип иҫәпләй. Оҙаҡ йылдар тәфтишсе булып эшләй. Һөнәри ҡараш ижадта күп нәмәгә ярҙам итә, ти ул. Йәштәрҙе фәнгә ылыҡтырыуҙа ла Рафаил Нариман улы әүҙем ҡатнаша.
Күп яҡлы шәхес тормошҡа аныҡ маҡсаттар ҡуйып йәшәй. Юбиляр киләсәктә Башҡортостан халҡы тураһында яңы китап яҙырға ниәтләй.
Лилиә Мәҡсүтова






