Бөгөн Рәсәй халҡы Донбаста һуғышта һәләк булған балаларҙы иҫкә ала

2014 йылдың 27 июлендә  Украина  хәрбиҙәре  Горловка  ҡалаһын артиллерия  утына тота.  Ул көндө  22 кеше шул  иҫәптән 4 бала һәләк була.  Өфөлә  иҫкә  алыу  сараһы Ағиҙел ярында, Дуҫлыҡ  монументы  янында  ойошторолдо.  Сарала Башҡортостандың кеше  хоҡуҡтарын яҡлау  буйынса  вәкиле  Михаил Закомалдин, балалар омбудсмены  Ольга Панчихина, патриотик  клубтар,  үҫмерҙәр өсөн үҙәктәр вәкилдәр  ҡатнашты. Донбаста һәләк булған балалар  бер минут тынлыҡ  менән иҫкә  алынды.

Фото №1 - Бөгөн Рәсәй  халҡы  Донбаста һуғышта  һәләк булған балаларҙы  иҫкә  ала
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ