Башҡортостанда 5 меңгә яҡын ойошма һәм предприятие эш урындары тәҡдим итә

Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова шулай тип белдерҙе. Республика вакансиялар банкында 53 меңдән ашыу хеҙмәт урыны күрһәтелгән. Иң күп вакансияларҙы етештереү, сәнәғәт, транспорт, төҙөлөш тармағы, һаулыҡ һаҡлау өлкәһе тәҡдим итә. Мәҫәлән, бөгөн 1 меңдән ашыу табип, 600 самаһы шәфҡәт туташы, 300-гә яҡын фельдшер кәрәк. Хеҙмәт министрлығына ҡараған учреждениелар ҙа белгестәр йыя. Оло йәштәгеләр һәм инвалидтар интернатына шәфҡәт туташтары кәрәк. Уларҙың уртаса эш хаҡы 40 мең һум тирәһе.  

Фото №1 - Башҡортостанда 5 меңгә яҡын ойошма һәм предприятие эш урындары тәҡдим итә
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ