Башҡортостанда юлдар сифаты яҡшыра

Әлшәй районында Раевка-Стәрлетамаҡ трассаһының 16 километр арауығында ремонт башланды. Юл торошона урындағы  халыҡ зарлана ине. Быйыл бында асфальтты алмаштыралар, юл билдәләре  ҡуйыла. Транспорт һәм юл хужалығы  министры  Александр Клебанов  белдереүенсә, был урындан туристар күпләп үтә.  Раевка янында Сусаҡтау, Сатыртау бар, шулай  уҡ  Нарыҫтауға  киләләр.

Фото №1 - Башҡортостанда юлдар сифаты яҡшыра
Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ