Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Рәсәй Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирек Фәйзуллин Өфөлә Көрәш спорты үҙәге төҙөлөшө менән танышты. Әле объектта әҙерлек эштәре тамамланған. Төҙөлөштө киләһе йылда тамамлау көтөлә. - Был халыҡ-ара кимәлдәге объект, бында киләсәктә халыҡ-ара һәм Рәсәй ярыштары үтәсәк, - тине федераль министр. Ирек Фәйзуллин алдынғы хеҙмәткәрҙәргә наградалар тапшырҙы.







