Башҡортостанға Рәсәйҙең Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирек Фәйзуллин килде

Сәфәрҙең маҡсаты - Өфөләге төҙөлөш объекттары менән танышыу, ҡалаларҙы үҫтереү һәм һанлы үҙгәртеү буйынса IV халыҡ-ара форумында ҡатнашыу.

Республика Башлығы Радий Хәбиров менән осрашыуҙа төбәктең төҙөлөш комплексын үҫтереү, шулай уҡ «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» федераль проектын, «Стимул» программаһын тормошҡа ашырыу һәм инфраструктура үҫешенә булышлыҡ итеү сараларын ҡулланыу мәсьәләләре тикшерелде.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ