Радий Хәбиров һәм Ирек Фәйзуллин реконструкциянан һуң асылған Нефтехимиктар паркында булды

Боронғо грек стадиондары ҡанундары буйынса. Өфөләге халыҡ-ара спорт көрәше үҙәгенең төҙөлөш барышы менән Рәсәйҙең төҙөлөш һәм торлаҡ-хужалығы министры министры танышты. Буласаҡ спорт комплексы бинаһында Ирек Фәйзуллин менән Республика Башлығы Радий Хәбиров төҙөүселәр көнө алдынан хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградалары тапшырҙы.

Биш ҡатлы бинанының дөйөм майҙаны - 28 мең квадрат метр, үҙәктә спорт комплексы һәм көрәш мәктәбе, 3,5 мең урынлыҡ амфитеатр менән универсаль зал, шулай уҡ музей буласаҡ. Яңы спорт учреждениеһы базаһында халыҡ-ара һәм Рәсәй кимәлендәге ярыштар үтер тип көтөлә. Обьект баш ҡаланың 450 йыллыҡ юбилейына сафҡа инер тип көтөлә.

Эш сәфәре сиктәрендә Ирек Фәйзуллин реконструкциянан һуң асылған Нефтехимиктар мәҙәниәт һәм ял паркында булды. Баш ҡаланың иң боронғо рекреацион зоналарының береһенә 1947 йылда нигеҙ һалынған. Төбәк етәксеһе тәҡдиме буйынса парк биләмәһен реконструкциялау һәм төҙөкләндереү буйынса күләмле проект Рәсәй Көнөнә ҡарата тамамланды. Урында балалар һәм өлкәндәр буш ваҡытын ҡыҙыҡлы үткәрһен өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған. 370 ағас, 2 мең ҡыуаҡлыҡ һәм сәскәләр ултыртылған.

Быға тиклем яҡтылыҡ фонарҙары ла, балалар майҙансығы ла юҡ ине. Хәҙер паркты танырлыҡ түгел, иркен, таҙа, спорт менән шөғөлләнеү өсөн дә уңайлыҡтар бар.

Екатерина Семенова, паркта ял итеүсе
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ