Республика спортсылары старт һыҙығына баҫты. Өфөлә Йәйге сурдлимпия уйындарының дүртенсе көнө тамамланды. Тап бөгөн Башҡортостан атлеттары миҙал өсөн көрәш башланы. Төбәк башлығы Радий Хәбиров үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә беҙҙең еңел атлеттар, көрәшсе, дзюдосылар һәм атыу спорты вәкиленә уңыштар теләне. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Халыҡ-ара кимәлдәге ярыштарҙа Башҡортостан данын Рәсәй йыйылма командаһы составында 36 спортсы яҡлай, уларҙың 13-ө төп составта. Яҡташтарыбыҙҙың тәүге уңыштары тураһында киләһе яҙмала.
Денис Хәкимов Йәйге Сурлимпия уйындарында йәҙрә ырғытыу буйынса фаворит булды. Шулай ҙа Башҡортостан спортсыһы дүрт мөмкинлектән һуң үҙенең төп конкуренты Андрей Бянкиндан ҡалыша. Әммә яҡташыбыҙ еңелергә уйламай, һәм ярышты йомғаҡлағанда иң яҡшы һөҙөмтә күрһәтә. Йәҙрәне ул 16 метр 45 сантиметрға тиклем ырғыта.
Дзюдола 14 миҙал комплекты уйнатылды. Башҡорт спортсылары өс наградаға лайыҡ булды, уларҙың икәүһе юғары дәрәжәләге. Ир-егеттәр араһында 100 килограммға тиклемге ауырлыҡта Өфөнән Ҡорбан Мортазалиев беренсе булһа , ҡатын-ҡыҙҙар араһында Олеся Ястребова алтын миҙалға лайыҡ булды. Яҡташыбыҙ келәмгә биш тапҡыр сыҡты, финалда Санкт-Петербургтан Заира Атаеваны еңде. Шулай итеп Халыҡ-ара спорт мастеры нормативы үтәлде. Тағы ла бер яҡташыбыҙ Аржана Таханова көмөш яуланы .
Атыу спортынан репортаж эшләү оператор өсөн оло һынауға әйләнде. Яҡтылыҡ, эш урыны - спортсылар һәм тренерҙар өсөн оло әһәмиәткә эйә, шуға ойоштороусылар тарафынан барлыҡ уңайлыҡтар булдырылған. Миҫалға, ярыш өсөн бинала яҡтылыҡ тәбиғи булырға тейеш. Атыусы позицияһына прожектор менән дә ҡамасауларға ярамай. Сәп өсөн ҡулайлама ғына яҡтыртыла.
Пневматик пистолеттан пуля атыуҙа Рәсәй һәм Белоруссия спортсыларына Оман ҡунаҡтары ла конкуренция тыуҙырҙы .
Был спорт программаһында финалға сығыу өсөн яҡташыбыҙ Александр Беляев та көрәште. Ул Сурдлимпия уйындарына Өфөләге «Динамо» стадионында әҙерләнгәйне. Әйткәндәй, насар ишеткән спортсылар араһында пуля атыу Стәрлетамаҡ һәм Салауатта ла үҫешкән. Шуға ҡарамаҫтан ир-егеттәр араһында иң мәргәне тип Вячеслав Иванов, ә гүзәл заттарҙан Белгородтан Елизавета Попова танылды. Баскетбол буйынса ир-егеттәрҙән дүрт команда ярыша. Рәсәй, Белоруссия, Иордания һәм Үзбәкстан йыйылма командалары аҙна дауамында паркетта көслөләрҙе асыҡлай. Алда боулинг, теннис, спорт йүнәлеше һәм бадминтон буйынса команда ярыштары көтөлә. Футбол буйынса төркөм матчы этабы ла дауам итә.
Гөлназ Хәйбуллина



