Ватанды һаҡлап һәләк булған егеттәрҙең барыһы ла мәңгегә хәтерҙә ҡаласаҡ һәм уларҙың данын мәңгеләштереү өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ , тине Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла һәләк булған яҡташыбыҙ Руслан Поповты һуңғы юлға оҙатыу митингында. Республика етәксеһе яугирҙың ата-әсәһенә, яҡындарына ысын ир, патриот, үҙ иленең лайыҡлы улы тәрбиәләгәндәре өсөн оло рәхмәтен еткерҙе.
Руслан Попов бар ғүмерен тиерлек ил һағына бағышлаған. Әрме сафында хеҙмәт иткәндән һуң да ул тормошон хәрби эш менән бәйләй. Төрлө вазифаларҙа ҡыҙыу нөктәләрҙә, өс тапҡыр Сүриәлә командировкала була. Украиналағы махсус хәрби операцияла 2022 йылдың 15 майынан алып ҡатнаша.
Күрһәткән батырлыҡтары өсөн Руслан Попов «Хәрби ҡаһарманлыҡ өсөн һәм бихисап башҡа наградалар менән билдәләнә. Республика башлығы яугирҙы һәләк булғандан һуң «Шайморатов ордены» менән билдәләне һәм Өфө етәкселегенә уның исемен мәңгеләштереү эшен башларға ҡушты.






