Өфө һанлаштыру индексы буйынса рейтингта тәүге бишәү иҫәбенә инде

Өфө Мәскәү, Санкт-Петербург, Ҡазан һәм Красноярск ҡалалары менән бер рәттән «Иң ҙур ҡалалар» номинацияһында IQ - ҡалаларҙы һанлаштыру индексы буйынса рейтингта тәүге бишәү иҫәбенә инде. Һөйөнслө яңылыҡ менән социаль селтәрҙәрҙә Радий Хәбиров уртаҡлашты.

Билдәле булыуынса, Башҡортостан был көндәрҙә «Аҡыллы ҡала - аҡыллы ил» форумын ҡабул итә. Унда Рәсәйҙән һәм сит илдәрҙән мең ярым делегат ҡатнаша. Был өлкәләге иң яҡшы тәжрибәләр, илдә булған иң алдынғы идеялар һәм проекттар майҙансығы. Республика ҡалаларҙы төҙөкләндереүгә, уңайлы мөхит булдырыуға ҙур иғтибар бүлә. Шул уҡ ваҡытта беҙ һанлы ҡарарҙар индерергә тырышабыҙ. Был беҙҙең тормошобоҙҙоң мөһим өлөшө һәм киләсәк тә түгел - бөгөнгөһө, тип билдәгән Башҡортостан башлығы.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ