Бының өсөн полигонда айырым биләмә төрло макеттар менән йыһазландырылған. Унда диверсия разведка төркөмдәрен асыҡлап, дошман окоптарын ҡамау һәм юҡ итеү оҫталығы камиллаштырыла.
Урман эсендә күнекмәләр «Башҡортостан» полкы яугирҙары өсөн яңыраҡ үткәрелә башлаған. Үҙ-ара бүленеп эш итеү командаларҙы көйләргә мөмкинлек бирә. Һигеҙ кешенән торған был бүлектең командиры - «Фикса» ҡушаматлы яугир. Яҡташыбыҙ Чечен һуғышында ҡатнашҡан. Ләкин махсус хәрби операция шарттары бөтөнләй айырыла, тип билдәләй ул.
Командалар ҡоралдан атҡан кеүек тиҙ һәм ҡыҫҡа булырға тейеш. Быға тәжрибәле инструкторҙар өйрәтә. Ир-егеттәрҙең башҡортса аңлауы - яҡшы, ти улар. Туған телдә аралашыу дошман көстәрен алдарға, уларҙы ҡамауға алырға ярҙам итеүе ихтимал.
Тотош бүлек - бер организм кеүек эш итергә һәм бер-береһен эске аң кимәлендә аңлай белергә тейеш. Урман эсендә һуғышыуҙың үҙенсәлеге шунда - күҙәтеү мөмкинлеге кәмеһә лә, ағас араларында боҫҡон ҡорорға мөмкин. Ир-егеттәр тәүҙә тауышһыҙ хәрәкәт итеү, флангтарҙа эшләү оҫталығын камиллаштыра. Артабан пулялар таратыла, хәрби атыштар башлана.
Урман эсендәге күнекмәләр, дошман окоптарын штурмлау уңышлы үтте. Һөҙөмтәнән ҡәнәгәт яугирҙарҙың күҙҙәрендә Еңеү сатҡылары балҡый.
Әлфинә Килдейәрова






