Өфөлә Руслан Поповты һуңғы юлға оҙаттылар

Бөгөн  Өфөлә  махсус  хәрби операция һәләк булған өлкән лейтенант, разведка  отделениеһы командиры Руслан Поповты һуңғы юлға оҙаттылар. Хушлашыу сараһында  Республика  Башлығы  Радий  Хәбиров, вице-премьер Ирек Сәғитов, Республика хәрби комиссары Михаил Блажевич, Өфө хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев, хәрбиҙең яҡындары, ҡала халҡы булды. - Ата-әсәләр генә юғалтыу ни тиклем ауыр булыуын аңлай. Руслан Попов беҙҙең хәтерҙә һаҡланасаҡ, исемен мәңгеләштереү буйынса бөтә саралар күреләсәк - тине Радий Хәбиров.  Республика  Башлығы  һәләк булған хәрбиҙең  ата-әсәһенә  генерал Шайморатов орденын  тапшырҙы. Шулай уҡ Руслан Попов үлгәндән һуң ил президенты указы менән тағы бер Ҡаһарманлыҡ  орденына  күрһәтелде.

Фото №1 - Өфөлә Руслан Поповты  һуңғы  юлға оҙаттылар
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ