Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 10 сентябрҙә Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға депутаттар һайлана. Әгәр тауыш биреүсе теркәлгән урыны буйынса һайлау участкаһына килә алмаһа, гражданлыҡ бурысын башҡа ерҙә лә үтәй ала. Тик 6 сентябргә тиклем ғариза яҙырға кәрәк. Быны шәхсән һайлау участкаһына барып, Күп функциялы үҙәктәрҙә йәки Дәүләт хеҙмәте порталында ла эшләргә мөмкин.






