Баш ҡалала иң яҡшы ташсы асыҡланды

Баш ҡалала төҙөүселәр араһында уҙғарылған 16-сы республика конкурсы үтте. Үҙ һөнәренең оҫтаһы исеменә Башҡортостандың төҙөлөш компанияларынан 12 төркөм ҡатнашты. Дәғүәселәр торлаҡ йорттоң стеналарын күтәреүҙә тиҙлеккә һәм сифатҡа көс һынашты. Шул уҡ ваҡытта хеҙмәт хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре лә теүәл үтәлеүе шарт. Бындай конкурстар төҙөүсе эшенә иғтибар йәлеп итеү, һөнәрҙең абруйын арттырыу өсөн уҙғарыла.

Торлаҡ йорт һалыу ябай эш түгел. Төҙөүселәргә етди талаптар ҡуйыла. Әле бына улар конкурстың ғәмәли өлөшө - стена күтәреүҙә көс һынаша. Һуңынан теория буйынса һынау тотасаҡтар. Улар билдәләнгән ваҡытта 5 һорауға дөрөҫ яуап бирергә тейеш. Шуға күрә яҡшы төҙөүселәр ҙә һорауҙарға яуап ҡайтара алмауы ихтимал йәки киреһенсә.

Дмитрий Кузнецов, эксперт төркөмө рәйесе
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ