Ауырғазы районы Кәлсер-Буран ауылында мәсет асылды

Иман йорто республикала тормошҡа ашырылған «Атайсал» проекты буйынса төҙөлгән. Әлфирә менән Ғабдулла Санчаевтар нигеҙ һалған изге эшкә ауыл халҡы ла ҡушылған. Бай тарихлы Кәлсер-Буранда бер түгел ике мәсет була, әммә үткән быуатта улар бөтөрөлә. Бөгөн ауылда тәүге тапҡыр аҙан тауышы яңғыраны. Иман йортон асыу тантанаһынан БЮТ хәбәрсеһе Лилиә Мәҡсүтова әҙерләгән репортаж.

Мәсет асыу тантанаһына Кәлсер-Буран халҡы менән бер рәттән сит тарафтарҙа йәшәгән ауылдаштар йыйылған. Уларҙың һәр береһе иман йорто асылыуға үҙ өлөшөн индергән, берәүҙәр хәйер-саҙаҡа менән ярҙам итһә, икенселәр төҙөлөш материалдарын килтергән.

Шулай ҙа мәсетте төҙөүгә иң күп көс һалыусы ғаилә - Санчаевтар. Шәхси хужалығы булған Ғабдулла Йәһүд улы хәләл көс менән тапҡан аҡсаһын изге йорт төҙөүгә йүнәлтә. Ун йылдан ашыу күңелендә йөрөткән хыялын ул ваҡытһыҙ вафат булған балалары - ҡыҙы Розалия менән улы Динарҙың рухына бағышлай.

Ғибәҙәт йорто яңы асылыуға ҡарамаҫтан, балалар ҙа йөрөй башлаған, ололар уларҙы тәсбих тартырға, доға уҡырға өйрәтә. Иман йорто ауыл халҡын берләштереүсе, изге башланғыстарға юл асыусы үҙәк булыр тигән өмөттә урында йәшәүселәр.

Изге башланғыстар ауыл халҡын тағы ла берләштерҙе. Мәсет асыу байрамына килгән ҡунаҡтарҙы ауыл халҡы яҡты йөҙ, өҫтәл тулы һый менән ҡаршы алды. Туғандар менән осрашыу, йомала хәйер-саҙаҡа таратыу киләсәккә яҡты өмөт уята.

Лилиә Мәҡсүтова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ