«iВолга» йәштәр формы тамамланды. Унда Башҡортостан командаһы ла ҡатнашты. Делегация составында 150 кеше булды. Беҙҙең республика вәкилдәре Бөтә Рәсәй конкурсына ярашлы 6 грантҡа лайыҡ булды. Уларҙың дөйөм суммаһы 1 миллион 850 мең һум. Шулай уҡ команда округ кимәлендәге ике грант яуланы, тип хәбәр итәләр Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитетынан.







