Вице-премьер-Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдереүенсә, майлы культураларҙан 600 мең тонна уңыш булырға тейеш, шулай уҡ 1 миллион 600 мең тонна шәкәр сөгөлдөрө үҫтереү планлаштырыла. - Экспортты үҫтерәбеҙ. Төп партнер - Ҡытай, бынан тыш Африка илдәре менән бәйләнештәрҙе нығытырға теләйбеҙ, - тине ул. Башҡортостандың 40-тан ашыу районында ураҡ башланды.




