Өфөнөң Еңеү Паркында матростарға ҡуйылған мемориаль комплекс янында сара үткәрелә. “Ҙур тантана уҙғармайбыҙ. Был махсус хәрби операция менән бәйле. Беҙҙең ойошманан 30 кеше ил һағына баҫты. Улар Шайморатов һәм Доставалов батальондарында хеҙмәт итә”, - тип белдерҙе “Башҡортостан диңгеҙселәр йыйылышы” йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Юлай Моратов. Хәрби-диңгеҙ флоты көнөнә арналған төп сара – караптар парады Санкт-Петербургта үтә. Беренсе канал уның барышын тура эфирҙа күрһәтә.







