Хәрбиҙәргә сөйәл үләне. Белорет районында йәшәүселәр махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙға үҙенсәлекле ылау оҙатты.
Сөйәл үләненең тире ауырыуҙарына файҙаһы ҙур ти белгестәр. Ул тәү сиратта тәндәге яраларҙың тиҙерәк уңалыуына булышлыҡ итә. Белореттар шулай уҡ ватан һаҡсыларына кәрәкле дарыуҙар ҙа һатып алған. Препараттар исемлеген яугирҙар үҙҙәре төҙөгән.
Белореттарҙың ылауы махсус хәрби операция биләмәһенә сираттағы гуманитар конвой менән юлға сыҡты. Колонна 15 берәмек техниканан, шул иҫәптән республика тарафынан бүленгән 10 йөк автофургонынан һәм 5 оҙатыу автомобиленән тора. Хәрби хеҙмәткәрҙәргә тәғәйенләнгән адреслы ярҙамды Башҡортостан Башлығы хакимиәте һәм Ауырғазы, Балтас, Бишбүләк, Архангел райондарында йәшәүселәр күрһәтте. Бынан тыш, Бөрйән, Дыуан һәм Дүртөйлө урмансылыҡтары төҙөлөш материалдары әҙерләне.






