Башҡортостан Башлығы Миәкә районы эшҡыуарының уңыштары менән таныштырҙы

Башҡортостан үҙенең уңған ғаиләләре менән бай. Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә улар менән даими таныштырып бара. Бәлки, уларҙың береһе кемделер үҙ эшен асырға рухландырыр, тип яҙған Республика Башлығы.

Бер нисә йыл элек Миәкә районынан Гүзәл Ибраһимова тормош иптәше менән Ҡанбәк ауылында хайуандар өсөн приют аса. Шул ваҡыттан алып ауылдаштары уны «йомарт фермер» тип атай башлай. Хәҙер был исем төбәктә танылған бренд һанала. 2015 йылда Гүзәл Өфөнән Миәкә районына күсеп килә һәм ғаилә фермаһы аса.

Бөгөн Ибраһимовтарҙың ике тиҫтә баш малы бар. Һөт, эремсек, ҡаймаҡ, сыр етештереүҙең тулы циклы яйға һалынған. Былтыр улар Миәкә районының «Эшҡыуарлыҡ сәғәттәренең» береһендә ҡатнаша. Һөҙөмтәлә Ибраһимовтарҙың проекты урындағы һәм республика бюджеттарынан дәүләт ярҙамы ала. Шулай итеп йүнсел ғаилә район үҙәгендә магазин-кафе аса.

Эшҡыуарҙың киләсәккә пландары - бизнесты киңәйтеү һәм һөт цехы итеп административ-производство бинаһын һатып алыу. Был дәүләт ярҙамы менән хыялды тормошҡа ашырыуҙың бер миҫалы ғына. Башҡортостанда Башлығы үҙеңде төрлө өлкәлә һынап ҡарау өсөн бер нәмәнән дә ҡурҡмаҫҡа саҡырған.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ