Баймаҡ егете Рәсәйҙең иң ҙур компанияһы өсөн транспорт сараһы төҙөгән

«ВЕЛОМОТОРС» өсөн квадроцикл. Баймаҡ районы Әбделкәрим ауылынан Ғәзим Мөхәмәтйәнов Рәсәйҙең иң ҙур компанияһы өсөн транспорт сараһы төҙөгән тигән мәғлүмәт интернет селтәрен ялмап алды. Геройҙың тәжрибәһе һәм ҡыҙыҡһыныуы хаҡында киләһе сюжетта.

Ғәзим Мөхәмәдйәнов 3 йәштән конструктор, электро уйынсыҡ, техника менән ҡыҙыҡһына, мәктәп йылдарында ул күҙҙәре янып-һүнеп тороусы ҡабаҡтар, осоп йөрөүсе картуфтар ҙа уйлап сығара, һәм башҡа ҡыҙыҡлы мәлдәрен яратып иҫкә ала.

Был мауығыуы ҒәзимдеМәскәү политехник университетыныңинженер конструктор әҙерләү бүлегенә алып килә. Бында ул ныҡлап электроника серҙәренә өйрәнә, техника менән ҡыҙыҡһына. Төрлө мотоциклдар йыйып бихисап ерҙәрҙә конкурстарҙа ҡатнашып яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә.

Быйыл Ғәзим эшләгән Мәскәү политехник университеты Веломоторс компанияһы өсөн электрлаштырылған квадроцикл тәҡдим итә. Проект авторҙарының береһе беҙҙең яҡташыбыҙ.

Егеттең хоббиһы бының менән генә сикләнмәй. Ул ошо еңел техника-мотоцикл менән сәйәхәт итергә ярата. Беҙҙең ижади төркөм менән осрашҡан көндө ул алыҫ сит илдәргә сәфәргә юлланды.

Рүзилә Ғүмәрова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ