Хаҡлы ялдағы граждандарҙың сәйәхәте ҡомартҡыларға бай тарих музейынан башланды. Учреждение архивында 19-20 быуаттарға ҡараған ҡиммәтле документтар, күргәҙмә залдарында ун меңдән ашыу экспонат тупланған.
Йөкмәткеле экскурсия «Сауҙагәр Чирков кибете» интерактив музейында дауам итте. Бында 19-20 быуаттарға ҡараған йорт йыһаздары, һауыт-һаба урын алған. «Башҡорт оҙон ғүмерлелеге» проекты 2020 йылдың көҙөндә старт алды. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тәҡдиме буйынса программала ҡатнашыусылар ике тапҡыр артып егерме мең пенсионерға тыуған яҡ буйлап сәйәхәт итеү мөмкинлеге бирелде.






