Әлшәй районында Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре законһыҙ араҡы һатыуҙы сикләгән

Спиртлы эсемлектәр кибет кәштәләренә лицензияһыҙ һәм акциз маркаһыҙ сығарылған. Бынан тыш, ағыулы матдәнең ҡайҙа етештерелгәне лә билдәһеҙ. Яуаплы ведомство хеҙмәткәрҙәренә «Халыҡ фронты» йәмәғәт ойошмаһы вәкилдәре лә ярҙамға килә. Ирекмәндәр эшсе формаһына кейенеп, һатып алыусы ролендә сценарийҙа ҡатнаша.

«Хәүефһеҙ республика» акцияһы сиктәрендә Әлшәй районы һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһында законһыҙ рәүештә суррогат алкоголь һәм тәмәке һатыу осраҡтары сикләнгән. Лицензияһыҙ спиртлы эсемлек менән сауҙа итеү алып барған ойошмаларға 30 меңдән алып административ штраф янай , закон боҙоу ҡабатланған осраҡта, енәйәт яуаплылығы ҡаралған. Башҡортостан буйынса Роспотребнадзор идаралығы мәғлүмәттәренә ярашлы, быйылғы тәүге ярты йыллыҡта 1688 кеше суррогат эсемлек менән ағыуланған, уларҙың 382-е һәләк булған. Күрһәткестәр былтырғынан юғары.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ