Быйыл Башҡортостанда субсидиялы найм программаһы буйынса 500 компанияға ике меңдән ашыу кеше вакансия менән тәьмин ителгән. Былтырғы күрһәткестәр менән сағыштырғанда, план арттырып үтәлгән.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, федераль программа 2021 йылдың мартынан «Демография» милли проекты сиктәрендә старт алғайны.
Республика уны ғәмәлгә индереү буйынса ил кимәлендә алдынғы урында. Хеҙмәт урынын юғалтып, дәүләт ярҙамында эшкә алыныусылар менән хәбәрсебеҙ Гөлназ Хәйбуллина аралашты.
Ҡош итенә, ярымфабрикаттарға ихтыяж юғары. Продукцияны үлсәп, хаҡ ҡуйып ҡына өлгөр. Лилиә Шәрипова һатыу эшен яратып башҡара, йүгереп тигәндәй халыҡты хеҙмәтләндерә. Ә бит бер нисә ай элек кенә ул ҡыҫҡартыуға эләгеп, эшһеҙ ҡалған булған. Хәйер, ошо уҡ урында асылған ҡош ите етештереү буйынса компания мәшғүллек үҙәге аша ҡатынды кире сауҙа өлкәһенә ҡайтара.
Быйыл июндә Ринат Исмәғилев та үҙе эшләгән компанияның ябылыуы тураһында иҫкәрмә алған. Әммә хеҙмәт урыны тиҙ табыла. Мәшғүллек үҙәгенә иҫәпкә баҫҡандан һуң, субсидиялы найм федераль программаһы буйынса яңы предприятиеға водитель булып эшкә төшкән. Утыҙ йыл стажы булған ир әңгәмәне уңышлы үткән.
Федераль программа буйынса яңы хеҙмәткәрҙе эшкә алғанда, уға хеҙмәт хаҡының минималь күләмендә айлыҡ түләүҙәр билдәләнергә тейеш. Тулы эш көнө булыуы мотлаҡ. Әгәр хеҙмәткәр ярты йыл дауамында компанияла эшләһә, эш биреүсе уға хеҙмәт хаҡы түләгән өсөн яҡынса 73 мең һум компенсация алырға мөмкин.
Субсидия айырым категория граждандарҙы эшкә алғанда ғына түләнә. Предприятие ябылыу һәм штат ҡыҫҡартылыуға бәйле эш урынын юғалтыусыларҙан тыш, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар, республикала ваҡытлыса йәшәгән Украина граждандарын федераль программа буйынса эшкә алырға була. Дәүләт ярҙамына 16 йәштән 30 йәшкәсә йәштәрҙе хеҙмәт урыны булдырғанда ла дәғүә итергә була.
Эш эҙләүселәр шәхси эшҡыуар, үҙмәшғүл, юридик шәхси булырға тейеш түгел.
Бөгөн субсидиялы найм программаһында республиканың ярты мең предприятиеһы ҡатнаша. Дәүләт ярҙамы менән файҙаланыр өсөн эш биреүсегә Рәсәйҙә эш порталында шәхси кабинетҡа инеп вакансияларҙы күрһәтергә, мәшғүллек үҙәгендә электрон заявка ҡалдырырға кәрәк. Программала эшҡыуарҙар, юридик шәхестәр, шул иҫәптән коммерция булмаған ойошмклар ҡатнаша ала
Быйыл субсидиялы найм федераль программаһы буйынса республикала йәшәүселәр 380 төрлө йүнәлеш буйынса эш урыны менән тәьмин ителгән. 76 проценты эшсе һөнәрҙәргә тура килә. Программа буйынса тулыраҡ мәғлүмәтте мәшғүллек үҙәктәрендә алырға була.
Гөлназ Хәйбуллина






