Өфө урамдары граффити менән биҙәлә

Үҙенсәлекле һүрәттәр Дим районы ихаталарында барлыҡҡа килгән. Уларҙың авторы - урындағы торлаҡ хужалығы идаралығы хеҙмәткәре. Ҡатын-ҡыҙ ведомствола инженер булып эшләй, буш ваҡытында ҡулына ҡылҡәләм ала. Ижадсы менән БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина таныштыра.

Иртән кабинетта ултырып, эш ҡағыҙҙарын барлаһа, төштән һуң ҡулына ҡылҡәләм ала. Ольга Мавлинская - бәләкәйҙән сәнғәткә ғашиҡ. Һүрәт төшөрөү буйынса махсус белем дә ала, әммә яҙмыш уны техник мәсьәләләр хәл итеүгә этәрә. Уның ижад емештәре баш ҡаланың Дим районы ихаталарын биҙәй. Ижадының тәүге фанаттары ла бар.

Ольга әле икенсе ихатаны биҙәү менән шөғөлләнә. Уның тәүге һүрәттәре Ухтомский урамын йәмләй. Ике ихата ла «Башҡорт ихаталары» программаһы сиктәрендә төҙөкләндерелгән. Хәҡиҡәт урамында әле эш тамамланыу алдында. Эшселәр газонға тупраҡ һала, подъезд рәшәткәләрен буяй.

Ихатала матур ҙа, хәүефһеҙ ҙә буласаҡ. Урамдар яҡтыртыу ҡоролмалары, видеокамералар менән йыһазландырылған. Яңы тротуар һалынған, автомобилдәр өсөн парковка урындары артҡан.

Төҙөкләндереүҙе 20 авгусҡа тамамлау ҡаралған. Ә көҙгә «Йәшел Башҡортостан» программаһы сиктәрендә ихатаға ағас-ҡыуаҡлыҡтар ултыртыласаҡ.

Рәзилә Ғиниәтуллина

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ