Баймаҡ районында көслө ел булған. Түбә ауылында йәшәүселәр социаль селтәрҙә фото һәм видео менән уртаҡлашҡан. Уларҙан күренеүенсә, бер нисә йорттоң түбәһе аҡтарылған, кәртә һәм ағастар ауған, электр сымдары өҙөлгән. “Бөгөн иртән Түбә ауыл хакимиәте башлығынан хәбәр алдыҡ. Урында беҙҙең ведомствоның оператив төркөмө булды”, - тип белдерҙе Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан идаралығы вәкиле Гүзәл Шәрәфетдинова.
Уҙған ял көндәрендә Марий Эль республикаһында көслө ел булған. Яльчик күле янындағы палаткалы лагерҙа йәшәүселәр зыян күргән. Улар ауған ағастар аҫтында ҡалған. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 7 кешенең, шул иҫәптән өс баланың ғүмере өҙөлгән, 27 кеше йәрәхәтләнгән. Һәләк булғандар араһында Стәрлебаш районынан 32 йәшлек ҡатын, шулай уҡ уның 2 йәшлек һәм 2 айлыҡ балалары бар.








