Республика Милли музейында ошондай атамалы күргәҙмә асыла. Ул илебеҙҙең Луганск һәм Донецк халыҡ республикалары менән тығыҙ бәйләнешен сағылдыра. Экспозицияның Башҡортостанға арналған өлөшөндә махус хәрби операция геройҙары тураһында материалдар менән танышырға була. Музей бүлеге мөдире Рәзилә Салауатова һөйләй.
Күргәҙмә бөгөн сәғәт көндөҙгө 3-тә асыла. 27 августҡа тиклем дауам итә.







