Дүртөйлө районында мышы ҡатнашлығында авария теркәлгән

Бөгөн иртән Дүртөйлө районында мышы ҡатнашлығында авария теркәлгән. «Лада Калина» автомобиле юлдан төшөп ағасҡа бәрелгән. Авария иртәнге сәғәт 7-се яртыла Дүртөйлө - Нефтекама трассаһының 16-сы саҡрымында булған.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, машина водителенең ашығыс ярҙам килгәнсе ғүмере өҙөлгән. Хайуан да үлгән. Урында Дәүләт автоинспекцияһы һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр эшләй. Ваҡиға сәбәптәре асыҡлана.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ