Мәсьәлә сираттағы транспорт сәғәте ултырышында ҡаралды. Башҡортостан Башлығы башланғысы менән булдырылған программаға быйыл 4 миллиард һум аҡса бүленә. Киләһе йыл да шул уҡ сумма йүнәлтеү күҙаллана. 1 октябргә тиклем Баймаҡ, Благовещен, Ишембай, Нуриман, Хәйбулла һәм Өфө райондарындағы юлдарҙа 7 ауырлыҡ-габарит үлсәү комплекстары урынлаштырыу ҡарала. Был йәһәттән республика, илдә алдынғы төбәктәр исемлегендә.
Башҡортостан Башлығы Өфө эргәһендәге трассаларҙа ошондай комплекстарға ихтыяж булыуын билдәләне. Транспорт сәғәтендә Радий Хәбиров Тимер юлсылар көнө алдынан Куйбышев тимер юлдары хеҙмәткәрҙәренә дәүләт наградаларын тапшырҙы.






