Документҡа Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡул ҡуйған. Ил Хөкүмәте өс ай эсендә байрам саралары планын әҙерләргә тейеш. Федераль һәм төбәк дәүләт органдары ярҙам күрһәтергә бурыслы. Владимир Путин Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына ветерандарҙың социаль-иҡтисади хәлен яҡшыртыу сараларын күрергә ҡушҡан. “9 май ил өсөн изге көн. Рәсәй халҡы илһөйәр. Ул Тыуған илебеҙ яҙмышы өсөн ҙур яуаплылыҡ тоя”, тип белдерҙе Рәсәй Президенты.







